Бәхет йәштәре
Был атайға иҫән-һау ҡайтып сабыйын ҡулына алырға яҙһын!
ИРҘӘР ИЛАҒАНДАКүҙ йәшегеҙ тыймағыҙсы, ирҙәр,Сабырһыҙлыҡ түгел был илау.Донъя иңгә һалған яҙмыштарҙыңСараһыҙлыҡтарын ул аңлау.Өлөшөңә төшкән өмөтһөҙлөкЙәнгә таштар булып өйөлә.Былай ҙа бит ир-ат башҡаларғаҺиҙҙермәйсә яңғыҙ көйөнә.Ирҙәр илағанда оялтмағыҙ,Йыуатмағыҙ мәле етмәйсә.Күктәр күкрәр, ерҙәр тетрәр хәсрәт,Ауырлыҡтар үтеп китмәйсә.Ирҙәр ҙә бит таштан яралмаған,Улар ҙа бит әсә балаһы.Уларға бит иңгә төшкән йөгөнҒүмер буйы һөйрәп бараһы.Һаран күҙ йәштәрен һөрткән саҡтаИлаҡ тимәгеҙ һеҙ уларға.Таштай ҡатмаҫ өсөн йөрәктәреИрҙәргә лә кәрәк иларға.Зөһрә Ҡотлогилдина.