Интеллектуаль транспорт системаһының ҡайһы бер элементтары Өфө тирәһендә ҡулланыла ла инде. Радий Хәбиров фото-, видеотеркәү һәм ҡарарҙар сығарыу кабинеттарын ҡараны. Үҙәк етәксеһе Мансаф Низакаев әйтеүенсә, ҡыш миҙгелендә хеҙмәткәрҙәр 20 мең самаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу буйынса протокол эшкәртә. йәйҙәрен иһә был күрһәткес 50 меңдән ашыу була.
Радий Хәбиров аҡыллы системаға кешене йөҙөнән таныу комплекстарын интереү кәрәклеге хаҡында әйтте. Ундайҙар Мәскәүҙә эшләй һәм енәйәттәрҙе асыҡлауҙа ҙур ярҙамсы.
Өфөләге төп юл саттарында 50-ләп аҡыллы светофор ҡуйылған, тағы ла 51-ҙе өҫтәйәсәктәр.
Фото: БР Башлығы сайтынан.