Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2023, 12:46

Йылы миҙгел башланыу менән...

Баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендә Өфө йылғаһы аша күперҙе ремонтлауға тотонасаҡтар.

Йылы миҙгел башланыу менән...
Йылы миҙгел башланыу менән...

Был турала Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә һөйләнеләр. Әле подрядсы ойошма һайлау иғлан ителә, март аҙағында килешеү төҙөү күҙаллана.

Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәрәкәтте сикләү, башҡа юлдарҙан йөрөү буйынса мәғлүмәт бирергә ҡушты.

Әйткәндәй, Шаҡша күперенең авариялы торошта булыуы асыҡланғайны. Был ҡоролма 1984 йылда төҙөлгән. Властар күперҙе ремонтлауға федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итте – 1,7 млрд һум бүленәсәк. Дөйөм алғанда, капиталь ремонт хаҡы – ике млрд һум. Объект 2024 йылға әҙер буласаҡ.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: