Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2023, 13:30

Юлды ҡыҫҡартам, тип...

Светофорға, йәйәүлеләр үткәүеленә алыҫ, ошонан ғына, юлды ҡыҫҡартып, тура сығам да ҡуям, тип уйлаған кешеләр үҙҙәренең ғүмерен ҡыҫҡарта... 

Юлды ҡыҫҡартам, тип...
Юлды ҡыҫҡартам, тип...

Кисә кискә ҡарай Өфөнөң Дим районында 22 йәшлек егет "Дэу Нексия" машинаһында Өфө районынан 74 йәшлек ҡатынды бәрҙерә. Йәйәүле билдәләнмәгән урындан юл аша сығып барған. Йәрәхәтләнгән пенсионерҙы дауаханаға оҙаталар. Бөгөн иртән уның медучреждениела йән биргәне билдәле булды. 

Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юлды ҡыҫҡартам, тип...
Юлды ҡыҫҡартам, тип...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: