Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2023, 18:30

Ҡыҙҙар ҙа хәтәр яман...

Был хәл 24 ғинуарҙа Өфөлә булған. 

Ҡыҙҙар ҙа хәтәр яман...
Ҡыҙҙар ҙа хәтәр яман...

Төндә полицияға 27 йәшлек ҡатын шылтыратып, уны туҡмауҙарын, талауҙарын хәбәр итә. Ҡатындың һөйләүенсә, сауҙа нөктәһендә бер йәш ҡыҙ менән уның араһында ғауға ҡуба. Артабан улар һуғышып китә, һөҙөмтәлә оппоненты ҡатындың телефонын талап ала ла, сығып юғала.

Оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә кеше талаусыны эҙләп тапҡандар. Алдан хөкөм ителгән 20 йәшлек ҡыҙҙы өйөндә ҡулға алғандар. Ул, ни өсөн ирешкәнде хәтерләмәйем, ә телефонды ырғытып киттем, тип аңлатҡан.

Уға ҡарата енәйәт эше асылған. Ҡыҙ һаҡ аҫтында.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: