5 февралдә полицияға 35 йәшлек ир мөрәжәғәт итеп, 43 йәшлек ағаһын өйөндә үле килеш табыуын әйткән. Ағаһының мәйете келәмгә уралған була. Ваҡиға урынына шунда уҡ тәфтиш-оператив төркөм юллана. Тиҙҙән был ҡурҡыныс енәйәттә ғәйепләнеүсе ике ирҙе эҙләп табалар. Улар үҙ ғәйебен таный.
Асыҡланыуынса, алдан бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән Өфөнән 29 йәшлек ир менән Пензанан 36 йәшлек ир Белоретҡа 2 февралдә таныш ҡатынға киләләр. Әммә таныштары дауаханала ятҡас, "малосемейка"ла йәшәгән икенсе ҡатын менән танышып, уның өйөндә эске ойошторалар. Икенсе көнөнә запастары бөтә һәм компания алкоголь, аҡса эҙләргә тотона. Ҡатын урамға сығып китә, ә ирҙәр күршеләргә туҡылдата. Күршеләрҙең береһе ишеген асып, аҡса юҡ, ти. Булған аҡсаһын бирергә теләмәй, тип былар уны туҡмай башлаған, ҡулдарын бәйләп, 8 тапҡыр бысаҡ менән сәнскәндәр. Ирҙең үлгәнен белгәс, уны келәмгә урап, урамға алып сығып йәшерергә итәләр. Ҡыйбатлы техниканы урлап, яңы таныштарының бүлмәһенә ташыйҙар. Икенсе көнөнә ирҙәр үҙҙәренең ҡанлы кейемен һәм үлгән ирҙең документтарын яға. Мәйеттән ҡотолоп өлгөрмәйҙәр, сөнки ирҙең ҡустыһы килеп, коридорҙар буйлап йөрөп, ағаһын эҙләргә тотона. Енәйәтселәр эҙ йәшерер өсөн такси яллап, Магнитогорск ҡалаһына ҡаса. Юлда саҡта граждандарға психологик ярҙам күрһәтеүсе ойошмаға шылтыратып, уларға дауаланыуға яҙыла. Ләкин бер тәүлек тә үтмәй, уларҙы унан полиция хеҙмәткәрҙәре Белоретҡа кире алып ҡайта.
Енәйәтселәргә ҡарата енәйәт эше асылған. Тикшереү эше дауам итә.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.