Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2023, 14:00

Төркиә һәм Сүриәләге ер тетрәү 8 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙгән

Һуңғы көндәрҙә бар донъя тын да алмай был ике илдә ҡупҡан тәбиғәт афәте эҙемтәләрен күҙәтә. Төркиәлә бөгөнгә һәләк булыусыларҙың һаны 6234-кә еткән, тағы 37 меңе зыян күргән. Бының турала илдең Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү идаралығы (AFAD) хәбәр итә. "Аль-Арабийя" телеканалы мәғлүмәттәре буйынса, күршеләге Сүриәлә ер тетрәү 1,9 меңдән ашыу кеше ғүмерен өҙгән.

Төркиә һәм Сүриәләге ер тетрәү 8 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙгән
Төркиә һәм Сүриәләге ер тетрәү 8 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙгән

Төркиәнең вице-президент Фуат Октай әйтеүенсә, эҙләү-ҡотҡарыу эштәре дауам итә, быға вертолеттар йәлеп ителгән. 5,7 мең бина емерелгән, 8 меңдән ашыу кеше емереклектәр аҫтынан ҡотҡарылған.

Әле бында 450 меңдән ашыу кеше студент дөйөм ятаҡтарында урынлаштырылған. 60 меңдән ашыу ашығыс хеҙмәттә эшләүсе ер тетрәү эҙемтәләре бөтөрөүгә һәм кәрәкле урында ярҙам итеүгә йәлеп ителгән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: