Билдәле булыуынса, ҡатын ике ҡыҙы менән һеңлеһенә ҡунаҡҡа бара. Туғандар алкоголь эскән, һуңынан балаларын алып йоҡларға ятҡан. Иртән һигеҙ айлыҡ сабыйҙы иҙәндә тапҡандар. Бала йөҙтүбән ятып үлгән. Әсә әйтеүенсә, ул төнөн балаһын ашатыр өсөн йоҡонан торған. Сабый карауаттың ситендә ятҡан. Әлеге ваҡытта уның үлем сәбәптәрен суд-медицина белгестәре асыҡлай.
Фото: Т. Аманов