Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2023, 21:22

Өлкән класс уҡыусыларына – бушлай курс

Республикала «Карьера навигаторы. Энергетик һөнәре» тигән өҫтәмә белем биреү курсы әҙерләнгән.

“Карьера навигаторы Profession+” тотороҡло үҫеш практикаһы буйынса эшләнгән курс «АвтоматизацияСистемыТехнологии» (ООО «АСТ») территориаль электр селтәре ойошмаһы ярҙамында әҙерләнеп, Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында индерелгән. Программала етештереү майҙансыҡтарына күсмә саралар, оҫталыҡ дәрестәре, энергетика, физика, математика, “йәшел энергетика” буйынса лаборатор эштәр ҡаралған. БР фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, ошондай проекттар уҡыусыларға буласаҡ һөнәрен һайлау өсөн бик мөһим.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас