Бөгөн, 8 февралдә, көндөҙ Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп, иҫәсәк. Һауа температураһы төндә -15,-20, аяҙытҡанда -22,-27 градус була. Көндөҙ термометр бағанаһы -6,-11 күрһәтәсәк.
Кесаҙна, 9 февралдә, төбәктә бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -11,-16, аяҙытҡанда -18,-23, көндөҙ -4,-9 градус була.
Фото: Т. Аманов