Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2023, 16:00

Фаршлы ҡабаҡ

Моғайын, әле ҡабағығыҙ ҡалғандыр. Ябай ғына бер рецепт.

Фаршлы ҡабаҡ
Фаршлы ҡабаҡ

Кәрәкле аҙыҡ-түлек:

Ҡабаҡ йомшағы – 1 кг

Һуған – 2 баш

Кишер – 2 дана

Зәйтүн майы – 3 ҡалаҡ

Һарымһаҡ – өс тырнаҡ

Тауыҡ итенән фарш – 600 г

Томат пастаһы – 2 ҡалаҡ

Тоҙ, борос – тәменсә

Ҡабаҡты таҙартып, ҙур ғына киҫәктәргә телгеләргә. Духовканы 200 градусҡаса эҫетеп, ҡабаҡты 30 минутҡа шунда ҡуйырға. Ул арала табала зәйтүн майында туралған һуғанды, ҡырғыста ҡырылған кишерҙе тоҙлап, борослап, йомшарғансы ҡыҙҙырып алырға. Шунан табаға йә ҡалайға йәйеп һалырға. Зәйтүн майында һарымһаҡты ҡыҙҙырырға. Уға фарш ҡушырға ла, төҫө үҙгәргәнсе ҡыҙҙырырға. Бутап, һуғанлы-кишерле массаның өҫтөнә һалырға. Ҡабаҡты иҙеп, тәмләткестәр ҡушып, баяғы фарш өҫтөнә һалырға. Духовкала 30 – 40 минут бешерергә.

Тәмле булһын!

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: