Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраля 2023, 07:45

Ағас алыуға сиратығыҙ етмәйме?

Иртәгә "Йәшлек" гәзите редакцияһында ойошторолған  "тура бәйләнеш"тә, сәғәт 3-тә БР урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Фәнир улы Вахитов гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Борсоған һорауҙарығыҙ булһа,  243-46-38 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.

Ағас алыуға сиратығыҙ етмәйме?Ағас алыуға сиратығыҙ етмәйме?
Ағас алыуға сиратығыҙ етмәйме?

Йорт төҙөлөшө өсөн ағас алырға кемдәр хоҡуҡлы? Сиратты оҙаҡ көтөргәме? Утын өсөн ағасты алыҫтан бирһәләр, нимә эшләргә?

Республиканың урман хужалыҡтарынан төҙөлөш , төҙөкләндереү эштәре өсөн ағас алыу буйынса һорауҙарығыҙ булһа, 9 февралдә көндөҙгө сәғәт 3-тә «Йәшлек» гәзитендә үткәреләсәк «тура бәйләнеш»тә  БР урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Фәнир улы Вәхитовҡа бирә алаһығыҙ. Һорауҙар алдан да ye02@yandex.ru электрон  почтаһына  һәм 273 – 46 –38 телефоны буйынса ла ҡабул ителә.

Мөрәжәғәттәрегеҙҙе «Бәйләнештә» селтәрендәге  «Йәшлек» гәзите» төркөмөнә лә ебәрә алаһығыҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас