Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығында тоҡомло малсылыҡты, ҡошсолоҡто үҫтереүгә субсидиялар биреү өсөн заявкалар һәм документтар ҡабул итә башлай. 2023 йылға ошо маҡсатта федераль һәм төбәк бюджеттарынан 165 миллион һум күләмендә ярҙам ҡаралған. Субсидия ставкаһы - шартлы мал башына 3,5 мең һум.
- Бөгөн беҙгә малсылыҡтағы тоҡомсолоҡ эшен көсәйтергә кәрәк, был тармаҡ үҫешенең төп критерийҙарының береһе, айырыуса һөт малсылығында. Төбәктә индустриаль һөт фермаларын үҫтереүҙе планлаштырыуыбыҙҙы иҫәпкә алып, беҙгә юғары продуктлы мал етештереүҙе үҫтереү мөһим, - тине БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Башҡортостанда 81 тоҡомсолоҡ ойошмаһы бар, уларҙың 51-е һөт малсылығында эшмәкәрлек алып бара. Дәүләт ярҙамы бындай хужалыҡтарҙы артабан үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Субсидия алыр өсөн документтар 2023 йылдың 7-17 февралендә ошо адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106, 409-сы каб. (иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, урындағы ваҡыт). Тулыраҡ мәғлүмәтте һылтанма буйынса табырға мөмкин: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/470983/. һылтанма.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/20114/