Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2023, 14:25

Әсә кеше уҡыған доғалар көслө була!

Хәмзә хәҙрәт ҡатын-ҡыҙҙарға доға ҡылырға кәңәш бирҙе. Сөнки әсәләрҙең доғаһы бик тиҙ ҡабул ителә!

Әсә кеше уҡыған доғалар көслө була!
Әсә кеше уҡыған доғалар көслө була!
  • Пәйғәмбәрҙең һүҙҙәренсә, әсәләрҙең доғаһы бик тиҙ ҡабул ителә! Шуға күрә әсәләргә, ҡатын-ҡыҙҙарға яҡындары, улдары, ирҙәре, аталары  өсөн күберәк доға ҡылырға кәңәш ителә. Улар концерт ҡарарға китмәгән, улар хәрби хәрәкәттәр зонаһында. Шуға күрә яугирҙарыбыҙҙың үҙ ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, был махсус операцияның тиҙерәк тамамланыуын бергәләп теләйек.

Егеттәребеҙ өсөн доға ҡылығыҙ, ҡорбан килтерегеҙ, аят уҡығыҙ, әлбиттә, һәр саҡ уларға әхлаҡи һәм рухи яҡтан ярҙам итегеҙ. Ата-әсәләргә - сабырлыҡ һәм һаулыҡ, ә беҙҙең яугирҙарға уңыштар теләйем! Әмин! – тине Хәмзә Хәҙрәт.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: