Өфө районындағы "Таң" баҡса ширҡәтендә - баҡса йорто, Өфөләге "Аяҙ аҡлан" баҡса ширҡәтендә - мунса иҙәне һәм стенаһы, Белорет районының Тирлән ауылында - производство бинаһының тышы, Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында - йорт, Дыуан ауылында - һарай, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Әлшәй районының Раевка ауылында - йорт мөлкәте, Стәрлебаш ауылында - утынлыҡ, Дәүләкәндә автомобилдең мотор бүлеге янған.
Былтыр Рәсәйҙә торлаҡ йорттарҙа 112 меңдән ашыу янғын теркәлгән, 25 мең кеше ҡотҡарылған, 6 мең самаһы кеше зыян күргән. Өйҙәге янғындарҙың төп сәбәптәренең береһе - электр ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау. Өйҙән ҡайҙалыр сығып киткәндә мотлаҡ электр приборҙарын һүндереп сығығыҙ. Уларҙың төҙөк булыуын хәстәрләгеҙ.
Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма алып ҡуйығыҙ - ул һәр өйҙә булырға тейеш.
Янғын башланғанда тиҙ арала "01", "101" йәки "112" номерҙары буйынса шылтыратығыҙ.
Именлек - үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа!
Фото: МЧС РБ.