Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2023, 15:22

Республика иҡтисадына күпме капитал һалынған?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "Торатау" Конгресс-холында үткән кәңәшмәлә белдереүенсә, былтыр туғыҙ айҙа республика иҡтисадына һалынған капитал күләме 277,7 миллиард һумдан ашҡан.

Республика иҡтисадына күпме капитал һалынған?
Республика иҡтисадына күпме капитал һалынған?

Әйткәндәй, был ҙур сарала республиканың әһәмиәтле предприятиелары етәкселәре ҡатнашты. Улар берлектә төбәктә инвестиция үҫеше буйынса пландарҙы үтәү мәсьәләләрен ҡараны.

 Андрей Назаров һүҙҙәренсә, үткән йыл, дөйөм алғанда, яҡшы күрһәткестәр менән тамамланған. Иҡтисадҡа туғыҙ айҙа йүнәлтелгән капитал күләме 2021 йылға ҡарағанда, 33,7 миллиард һумға күберәк булған. Сәнәғәт етештереү индексы 11 ай һөҙөмтәләре буйынса 102,3 процент тәшкил иткән. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү 30 процентҡа тиерлек артҡан. Торлаҡ төҙөлөшө темптарын үҫтереү дауам итә.

– По итогам прошлого года введено более 3 млн кв. м жилья. Объем работ в строительстве возрос более чем на 21%. Другими словами, несмотря на сложную геополитическую обстановку, наша республика завершила год с отличными результатами. Отмечу, что мы ставили цель – довести объем инвестиций в основной капитал по итогам прошедшего года до 500 млрд рублей. Рост здесь должен составить почти 3%. Именно такое целевое значение «зашито» во всех ключевых документах стратегического развития региона. Считаю, что с нашим потенциалом эти цифры вполне достижимы, – тине Премьер-министр.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, беҙҙә инвестиция эшмәкәрлеге өсөн яҡшы шарттар булдырылған.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: