БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Реклама тураһында» Федераль закодың 7-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында»ғы федераль закон проектын РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына индереүҙе планға алған.
Был турала ҡарар февраль аҙағындағы пленар ултырышта ҡабул ителәсәк, тип хәбәр итәләр парламенттың рәсми сайтында.
– Закон проекты граждандарҙы хәрби бурыстарын үтәүҙән азат итеүгә булышлыҡ итеү йүнәлешендәге рекламаны тыйырға тәҡдим итә, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Бөгөн мәғлүмәт киңлеге был юҫыҡтағы агрессив рекламалар менән тулы. Төрлө коммерция структуралары аҡса өсөн хәрби хеҙмәтте үтәүҙән ҡасырға ярҙамлашырға вәғәҙә итә.
Ватанды һаҡлау – Рәсәй Федерацияһы гражданының бурысы һәм йөкләмәһе. Хәрби һәм альтернатив хеҙмәтте үтеүҙән ҡасҡан өсөн язаға тарттырыу билдәләнә. Хәрби бурыстарҙы үтәмәгән, медицина тикшереүенән ҡасҡан өсөн административ яуаплылыҡ күҙ уңында тотола. Хәрби хеҙмәтте үтәүҙән ҡасырға ярҙам итергә вәғәҙәләгән рекламалар кешеләрҙе хоҡуҡ боҙоуға этәрә. Шуға күрә ундай рекламаларҙы тыйыу тәҡдим ителә.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексының 14.3-сө статьяһының 1-се өлөшөндә реклама биреүсе, рекламаны эшләүсе һәм таратыусы тарафынан реклама тураһындағы ҡануниәтте үтәмәгән өсөн адмиристратив яуаплылыҡ билдәләнгән.
Унда түбәндәге күләмдәрҙә штрафтар һалыу күҙ уңында тотола:
– граждандарға – ике меңдән ике мең биш йөҙ һумға тиклем;
– вазифалы кешеләргә – дүрт меңдән егерме мең һумға тиклем;
– юридик шәхестәргә – йөҙ меңдән биш йөҙ мең һумға тиклем.