Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2023, 11:50

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды

Бөгөн Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовҡа 89 йәш тулған булыр ине.

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды

Өфөнөң мосолмандар зыяратында БР Башлығы Радий Хәбиров, башҡа рәсми шәхестәр, Мортаза Ғөбәйҙулла улының тормош иптәше Луиза Ғәлим ҡыҙы Рәхимова һәм туғандары Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды. Башҡортостан Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин мәрхүмдең рухына бағышлап доға ҡылды.

Радий Хәбиров Луиза Ғәлим ҡыҙы менән аралашҡанда, Мортаза Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса республика Башлығы указы проекты әҙерләнде тип белдерҙе. 

«Документта бының турала күп саралар әҙерләнгән. Беҙ һеҙгә указдың проектын бирербеҙ һәм кәңәштәрегеҙҙе иҫәпкә алырбыҙ, Өфөлә ҡуйыласаҡ һәйкәл эскиздарын да күрһәтербеҙ, ҡәберендә буласаҡ таштың варианттарын да һаҡларбыҙ. Беҙ баш ҡалала яңы урамдарҙың береһенә Мортаза Ғөбәйҙулла исемен бирергә булдыҡ. Уның турала хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр», - тине Радий Хәбиров.

Луиза Ғәлим ҡыҙы, үҙ сиратта, уның өсөн ауыр көндәрҙә ярҙамы һәм иғтибары өсөн Башҡортостан Башлығына рәхмәт белдерҙе.

Башинформ» агентлығында биргән интервьюла Радий Хәбиров түбәндәгеләрҙе һөйләп үтте:
«Муртаза Губайдуллович чуть менее месяца не дожил до 89 лет. Когда мы были у него в Новый год, очень надеялись, что день рождения мы все-таки отпразднуем, надеялись, что и 90 лет отметим, но судьба так распорядилась.  
Сейчас готов проект указа, вдове Муртазы Губайдулловича сегодня его передам, все-таки родные и близкие должны посмотреть. Мы его, на мой взгляд, сбалансированно подготовили - там есть ряд поручений и мэрии Уфы по присвоению имени первого президента республики одной из новых стратегических улиц столицы.
Мы предлагаем Башкирскую академию госслужбы переименовать в Башкирскую академию госслужбы имени Муртазы Рахимова, это очень символично и правильно, потому что именно он формировал систему управления молодой тогда республики, и именно в общественно-политическом центре Госсобрания он принимал важнейшее решение - декларацию о суверенитете, и присягу принимал, как президент. Именно на этом месте мы планируем поставить памятник. Это довольно большой указ, в следующий понедельник мы его опубликуем. 
Светлая ему память, мы будем помнить и всегда будем благодарить Муртазу Губайдулловича за служение народу Башкортостана».

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: