Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраля 2023, 12:30

Нисек йоҡларға?

Йоҡлағанда башты ҡайһы яҡҡа һалырға ярамай, нисек ятырға, ниңә көҙгө ҡаршыһында йоҡлау тыйыла – ырым-ышаныуҙар, "ярамай"ҙар күп.

Нисек йоҡларға?Нисек йоҡларға?
Нисек йоҡларға?

Иң таралған тыйыу: аяҡты ишек яғына ҡуйырға ярамай. Башты ла ул яҡҡа һалырға ярамай тигәнде ишеткән бар.

Белгестәр фекеренсә, аяҡты ишек яғына һалырға ярай. Был хәүефһеҙлек йәһәтенән дә уңайлы.

Көҙгө ҡаршыһында ла ятырға ҡушмайҙар. Йәнәһе, төндә уянып китерһең дә, көҙгөнән үҙеңде күреп ҡотоң осор йә ниндәйҙер күләгәләр күрерһең.

Сомнологтар (йоҡоно өйрәнеүселәр) әйтеүенсә, башты тәҙрә яғына һәм яҡын һалып ятырға ярамай, тигән ышаныуҙың берҙән-бер аныҡ сәбәбе – ел үтә һуҡмаһын (сквозняк булмаһын йәғни), тип уйлауҙандыр.

Йоҡо бүлмәһе (йә урыны) ҡараңғы һәм бик тыныс булһа, йоҡо сифатлыраҡ та, файҙалыраҡ та буласаҡ, ти белгестәр.

Әйткәндәй, башты көньяҡҡа йә көнсығыш яҡҡа һалып ятыу ҙа яҡшы, имеш.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас