Билдәле булыуынса, Гөлназ даими рәүештә социаль селтәрҙәге дуҫтары менән әңгәмәләр ҡора. Йырсының тамашасылары уға нидәй генә һорауҙар бирәмәй. Хатта шәхсән тормошона тиклем төшөп китәләр. Яңыраҡ Гөлназдан, икенсе баланы ҡасан табаһығыҙ, тип һорағандар.
Гөлназ былай тип яуап ҡайтарған: “Мин башҡа бала табырға теләмәйем. Минең ҡыҙым бар. Минең Динәне тәрбиәләргә генә хәлемдән килә. Әгәр балаңды үҙең үҫтермәйһең икән, нимә тип тағы бала табырға? Мин гел концерттарҙа бит... Бәлки, ҡасанда булһа мин башҡа төрлө уйлай башлармын. Ләкин әлегә шулай”, – тип яуап биргән йырсы.
Фото: Т. Аманов