Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2023, 14:50

Көн торошо боҙола

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.

Көн торошо боҙола
Көн торошо боҙола

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 8 февралдә төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы, төндә һәм иртән томан төшөүе, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмеүе көтөлә.

 

Республика буйынса урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -16, урыны менән -23,-28, көндөҙ -7,-12 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: