Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2023, 21:00

ҺИНДӘЙ ЗАТТЫ ТАРИХ КҮРГӘНЕ ЮҠ

Һиндәй затты тарих күргәне юҡ: Тәрән уйлы, тәрән аҡыллы. Һүҙ һөйләһәң - һүҙең йөрәк өттө, Эш эшләһәң - уңған, таҫыллы.   Халҡың һымаҡ һин дә ихласлыҡтың, Ябайлыҡтың булдың үрнәге. Ҡыйын саҡта, ауыр минуттарҙа Бик күптәрҙең дуҫы, терәге.   Бөйөк заттар ҡыйып эшләмәгән Әллә күпме эштәр башҡарҙың. Күпме ерҙә төҙөтөп дауахана, Күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡарҙың.   Әллә күпме белем усаҡтарын Һин ҡабыҙып бирҙең, Мортаҙа! Һәм астырҙың күпме Иман йортон, Намыҫың да шуға саф, таҙа.   Әллә күпме матур йорттар ҡалҡты Ел уйнаған ялан, далала. Һиҙеп торҙоң, белеп, тойоп торҙоң Ғәзиз халҡың нисек тын ала.   Бар һәләтең, барлыҡ көсөң һалдың Сәскә атһын өсөн Ватаның. Ел-дауыл тип тормай, буран тимәй, Халҡың менән бергә атланың.   Мөмкин түгел барлыҡ эштәреңде Бер яҙмала һанап яҙырға. Һин тыуғанһың халҡың күңелендә Яҡты йондоҙ булып янырға.   Үтер йылдар... Изге эштәреңде Хәтерләрҙәр әле мең ҡабат. Бер кем әйтмәҫ, хатта яңылыштан, "Үткән эшкә, - тиеп, - салауат!"   ...Һиндәй затты тарих күргәне юҡ: Тәрән уйлы,тәрән аҡыллы. Ил атаһы, олатаһы булып, Ҡурсалайһың һаман халҡыңды. Cулпан Миңлебаева

ҺИНДӘЙ ЗАТТЫ ТАРИХ КҮРГӘНЕ ЮҠ
ҺИНДӘЙ ЗАТТЫ ТАРИХ КҮРГӘНЕ ЮҠ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: