“Anderida Financial Group” инвестиция компанияһы уҙғарған һорашыуҙар күрһәтеүенсә, Рәсәй кешеләренең 35 проценты килеме менән ҡәнәғәт. Тағы 32 проценты уңайлы тормош өсөн хеҙмәт хаҡы түбәнерәк булыуын әйткән. Баҡһаң, Рәсәйсә идеаль эш хаҡы айына 181 мең һум икән!
Бик күп тә түгел һымаҡ. Бөгөнгө хаҡтарҙы һәм коммуналь түләүҙәрҙе иҫәпкә алғанда. Хыял инде, ни тиһәң дә.