Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2023, 17:05

Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев Көньяҡ Американан ҡайтҡас, ғаиләһе менән саҡ осрашҡан

Ҡатыны Индира һәм балалары менән осрашыуҙың тулҡынландырғыс  мәлдәрен ул социаль селтәргә һалған.

Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев Көньяҡ Американан ҡайтҡас, ғаиләһе менән  саҡ осрашҡан
Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев Көньяҡ Американан ҡайтҡас, ғаиләһе менән саҡ осрашҡан

- Аэропорттан тыныс ҡына сығып килһәм, башҡорт милли кейемендәге кешеләрҙең «Рөстәм, Рөстәм, Рөстәм...», тип ҡысҡырғанын күрәм. Үҙемсә, был мине ҡаршы алмайҙарҙыр инде тип уйлайым. Йыйылған халыҡты урап үтә башлайым, ләкин барыһының да  миңә төбәлгәнен күрәм, һуңынан улар араһынан Индира килеп сыҡты, һәм мин барыһын да аңланым! - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Нәбиев.

Асыҡланыуынса, яратҡан ҡатынынан тыш, блогерҙы башҡорттарҙың Сочилағы милли-мәҙәни автономияһы вәкилдәре ҡаршы алған. Улар сәк-сәк һәм Рөстәмдең исеме яҙылған плакаттар менән килгән.

«Бик шәп булды. Үҙемде хатта милли герой итеп тойҙом», - тигән Нәбиев.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: