Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2023, 22:45

Биш миллион һум тирәһе аҡсаны муттарға "бүләк" иткәндәр

Туймазы районынан 50 йәшлек иргә "интернет-платформа менеджеры" шылтыратып, өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Йәнәһе лә, эш - еп-еңел: электрон валюта һатып алаһың да, шуны интернет-платформаға индерәһең дә, телефондан "видяшкалар" ҡарап тик ятаһың, ә аҡсалар үҙҙәре кеҫәгә бер туҡтауһыҙ тама - тып-тып, тып-тып! Бындай "эш" иргә оҡшамай торғаны бармы?! Алһыҙ-ялһыҙ йә һәнәк, йә көрәк күтәреп, бесән ташыу, тиҙәк түгеү, мал эсереп йөрөү түгел дәһә. Ул йәһәтләп кредит алған, ҡыуана-ҡыуана 1,5 миллион һумдан ашыуыраҡ сумманы "менеджер" әйткән иҫәпкә күсергән. Һәм усын-усҡа шапылдатып ышҡый-ышҡый аҡса тыпылдай башлағанын көтөргә ултырған. 

Биш миллион һум тирәһе аҡсаны муттарға "бүләк" иткәндәр
Биш миллион һум тирәһе аҡсаны муттарға "бүләк" иткәндәр

Тик күпме генә көтмәһен, бер тин дә иҫәбенә инмәгән. Шунан ғына ул алданғанын аңлап, полицияға мөрәжәғәт иткән.

Тәүлек эсендә муттар 17 кешене төп башына ултыртырға эшкингән бит, йәмәғәт. Әҙерәк һағыраҡ булырға ине... Етәр ул мутлашыусы намыҫһыҙ бәндәләрҙе байытырға.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: