Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2023, 10:38

Башҡортостан Хөкүмәтендә юл яны сервисы үҫешен тикшерҙеләр

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә республика муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары, ведомство етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә үтте, унда юл буйы сервисы үҫешен тикшерҙеләр. Премьер-министр, был йүнәлеш буйынса 2020 йылдан бирле әүҙем эш алып барыла, тип билдәләне.

Башҡортостан Хөкүмәтендә юл яны сервисы үҫешен тикшерҙеләр
Башҡортостан Хөкүмәтендә юл яны сервисы үҫешен тикшерҙеләр

- 2022 йылда муниципалитеттар менән 7 осрашыу үтте. Уларҙың йомғаҡтары буйынса 23 эш башҡарылған, - тине Андрей Назаров. - Былтыр беҙҙең эшмәкәрлек норматив хоҡуҡи базаны камиллаштырыуға йүнәлтелде. Мәҫәлән, өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау, яҡлау һәм мониторинглау тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Юл буйы сервисы объекттарын ҡуртымға биреү мөмкинлеге барлыҡҡа килде, булдырылған эш урындары һаны буйынса талаптар кәмене. Хәҙер бындай проекттарҙы ғәмәлгә ашырғанда алдан билдәләнгән 20 кеше урынына 15 кешене эшкә алырға кәрәк. Республикала 129 яңы объект сафҡа индерелгән. Бында инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,8 миллиард һум тәшкил иткән. Дөйөм күләме 301 миллион һум тәшкил иткән 164 объект яңыртылды.

Төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев объекттар төҙөү һөҙөмтәләре тураһында ентекләберәк һөйләне:

- Отчет осоронда республиканың 48 муниципаль берәмеге биләмәһендә яңы объекттар сафҡа индерелде: 11 объект - Иглин районында, Ауырғазы һәм Өфө райондары территорияһында 8-шәр объект, 7 объект - Мәләүез районында, 6 объект - Туймазы районында, 5-шәр объект - Благовар һәм Хәйбулла райондарында, 4-шәр объект - Ғафури, Дүртөйлө, Илеш, Күгәрсен, Нуриман райондарында, 19 муниципаль берәмектә 2-3-әр объект файҙаланыуға тапшырылған, 17 районда - берәр.

- 2022 йылда 52 сауҙа объекты, 24 СТО, 23 автозаправкалау объекты төҙөлгән (АГНКС, АГЗС), 15 туҡланыу пункты, 7 ҡунаҡхана, 5 машина йыуыу пункты, 3 намаҙ бүлмәһе, - тип билдәләне Алексей Гусев.

Был йүнәлештә эштәр дауам итәсәк. 

- Инвестсәғәттәрҙә инвестиция күләме 7,8 миллиард һум тәшкил иткән 70 инвестиция проекты хупланды. Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инвестицияларҙың дөйөм күләме 3,7 миллиард һум тәшкил иткән 32 инвестиция проекты индерелгән, - тип йомғаҡ яһаны ведомство етәксеһе.

Мәсьәләне тикшереүҙәрҙе йомғаҡлап, Премьер-министр муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәре башлыҡтарына 2023 йылда Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһында билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәргә ҡушты. 

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/20113/

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: