Кисә көндөҙ Бәләбәйҙә 18 йәшлек егет "ВАЗ-2112" машинаһында 10 йәшлек ҡыҙыҡайҙы бәрҙергән. Бала өләсәһе менән ярамаған ерҙән юл аша сығып барған, тип фараз ителә. Ваҡиға һөҙөмтәһендә имгәнгән өсөнсө синыф уҡыусыһы дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Өләсәйгә лә нисек ҡыйын инде ошо мәлдә... Уға бит ата-әсә балаларҙы ышанып тапшырған булған.
- Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе балалар өлкәндәргә ҡарап өйрәнә, - ти баш автоинспектор Владимир Севастьянов. - Шуға күрә өлкәндәрҙе Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә һәм ошо йәһәттән балаларға өлгө булырға саҡырам. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: БР ЮХХДИ.