Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраля 2023, 16:22

Ата- әсәләр өсөн файҙалы кәңәштәр

Баланы дөрөҫ тәрбиәләү мөһим. Бының өсөн ваҡытында маҡтай ҙа, тәнҡитләй белеү ҙә кәрәк. 

Ата- әсәләр өсөн файҙалы кәңәштәрАта- әсәләр өсөн файҙалы кәңәштәр
Ата- әсәләр өсөн файҙалы кәңәштәр

 

  1. Иң мөһим кәңәш – баланы кешеләр алдында маҡтарға, яңғыҙ ҡалғанда ғына тәнҡитләргә!
  2. Быныһы ла мөһим – баланы түгел, ә уның ҡылған эшен тәнҡитләргә!
  3. Бөтә ғаилә ағзалары менән балаға “ябырылмаҫҡа”!
  4. Атаһы әрләгәс тә йәлләргә ашыҡмайбыҙ, күпмелер ваҡыт урталыҡты һаҡлағыҙ.
  5. Ғаиләгә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса бала менән дә кәңәшләшергә кәрәк. Мәҫәлән, төшкө ашҡа нимә бешерергә йәки ял көндәрен нисек үткәрергә һ.б.
  6. Ғаиләлә уңышлы һөйләшеүҙәр алып барыу йолаһын булдырығыҙ. Ололар менән бергә ҡарар ҡабул иткәндә баланың үҙен нисек тойоуы хаҡында һорашығыҙ.   
  7. Балаларға йышыраҡ уларҙы нисек яратыуығыҙ тураһында әйтегеҙ.
  8. Иң беренсе сиратта балаға һәм уның ҡылыҡтарына мөнәсәбәтегеҙҙе бүлеп ҡарарға өйрәнегеҙ.
  9. Уның уңыштары һәм шуның һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән хис-тойғолары менән ҡыҙыҡһынығыҙ.
  10. Бәләкәй генә нәмә өсөн дә балағыҙҙы йышыраҡ маҡтағыҙ һәм нимә өсөн маҡтауығыҙҙы аңлатығыҙ. “Яҡшы уҡыусы”, “ижади малай”, “бөхтә ҡыҙ”, “тырыш кеше” тигән кеүек   һүҙҙәрҙе йәлләмәгеҙ.
  11. Балағыҙ һеҙгә үпкәләгән икән, ғәфү үтенегеҙ һәм уны нисек ныҡ яратыуығыҙҙы әйтегеҙ. Балаһы алдында ғәфү үтенә белгән ата-әсә үҙенә хөрмәт кенә уята һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙ ҙә яҡынайыр.
  12. Баланың аҡса иҫәпләй, тотона һәм һатып лаған әйберҙән ҡәнәғәтлек кисерә алыуы мөһим. Ғаилә аҡсаһына, эшләгән кешенең хеҙмәтенә  яуаплы ҡарарға өйрәтегеҙ,  шул саҡта ул аҡса эшләргә лә , ғаиләһен аҫрарға ла өйрәнер. 
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас