Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2023, 17:00

“Ҡышҡы уйындар” гөрләп үтте

Күгәрсен районының Бикбулат ауылында ял көндәрен бик күңелле уҙғарғандар. 

“Ҡышҡы уйындар” гөрләп үтте
“Ҡышҡы уйындар” гөрләп үтте

"Ҡышҡы уйындар/Зимние забавы" исемле сара үткәрелеп, унда олоһо, кесеһе йыйылған. Ир-аттар арҡан тартышыу, суҡмар ырғытыу кеүек көс талап ителгән төрҙәр буйынса ярышһа, йәштәр, балалар ағастан эшләнгән санала, тюбингта уҙышҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡалыша буламы – улар ҙа, көслө заттан күрмәксе, арҡан тартышҡан. Иң кескәй балалар спорт яланында эшләнгән тауҙан шыуған, уларға ололар ҙа ҡушылған. Бына шулай, һәр кемеһенә яраҡлы “эш” булған икән. Афариндар!

Әйткәндәй, Бикбулат ауылы “Айыҡ ауыл – 2022” республика конкурсында ҡатнаша. Был проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

Фото: «Трезвое село-2022» д.Бикбулатово (vk.com)

“Ҡышҡы уйындар” гөрләп үтте
“Ҡышҡы уйындар” гөрләп үтте
“Ҡышҡы уйындар” гөрләп үтте
“Ҡышҡы уйындар” гөрләп үтте
“Ҡышҡы уйындар” гөрләп үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: