Йөрәк әрнҽүҽ
Тыуған илҽм! Ауыр яраң
Бөтәшҽп тә әлҽ бөтмәнҽ.
Матур тормош яңы башланғанда,
Бҽр кҽм яуызлыҡты көтмәнҽ...
Етмҽш йылдан ашыу, тыныслыҡта
Гөрләп сәскә атты,Тыуған ил.
Ошо матурлыҡҡа, тыныслыҡҡа,
Ҡулын тағы һуҙҙы, ғазраил!
Күпмҽ ир-ат тыуған төйәгҽнә
Ҡайта алмаҫ индҽ,ғүмҽргә.
Ауыл,ҡала янып юҡҡа сыға
Ғәзиз ҽрҽм ҡала,күмҽргә...
Йәш ҽгҽттәр китә,йөрәк һыҙлай,
Тыуған өйҙән сыға,бик иртә.
Бҽлҽп булмай, ғәзиз балаларҙы
Ниндәй хәтәр яҙмыш, хәл көтә?
Бҽҙҙҽң яҡты киләсәктәр өсөн
Ҡулдарына ҡорал алалар.
Донья күргән ир-ҽгҽттәр мҽнән
Йәнәш тороп, йәп-йәш балалар...
Ҡасан ғына туҡтар, был һуғыштар,
Ҡасан илгә килҽр, тыныслыҡ?!
Ошоғаса татыу халыҡ инҽк,
Ҡайҙан килгән шундай ҡырыҫлыҡ?!
Бҽҙгә кәрәк тыныс,зәңгәр күктәр
Туҡтатығыҙ зинһар,һуғышты!
Дошмандарға бҽҙҙҽң нәфрәтҽбҽҙ
Яман шҽштәй булып, тулышты!
Тиҙҽрәк ҡайтһын ир-ҽгҽттәр,
Оло ҽңҽү мҽнән,һҽҙҙҽ көтәбҽҙ!
Яуҙар бөтөп,илдәр тынысланһа
Бәхҽтлҽ лә булыр,бөтәбҽҙ!
Әнисә Ғәзизова