Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2023, 16:52

Төркиәлә ер тетрәүе дауам итә

Төркиәнең көньяғында, көньяҡ-көнсығышында ҙур ҡазалы ер тетрәүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Әле тәбиғәт бәләһе үҙәк Төркиәгә күскән.

Төркиәлә ер тетрәүе дауам итә
Төркиәлә ер тетрәүе дауам итә

Таңда башланған ер тетрәүҙең эҙемтәләре ҡот осҡос. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 900-ҙән ашыу кеше үлгән, 5300-ҙән ашыуы йәрәхәтләнгән. 

Емерелгән биналар, йорттар һаны 3000-гә яҡын.

Емереклектәрҙән кешеләрҙе ҡотҡарыу дауам итә.

Төркиәгә 45 илдән ярҙам итеү буйынса хәбәр килгән. Рәсәй ҙә ситтә ҡалмаясаҡ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: