Беҙҙең был өлкәлә экспорттың 66,4 процентын май тармағы продукцияһы тәшкил итә. Ҡалған өлөшөндә бал, спирт, иген, ит һәм һөт бар.
Әйткәндәй, Башҡортостан агросәнәғәте күпселек тауарын Иран, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай, Белоруссия кеүек Рәсәйҙең дуҫ дәүләттәренә һата.
"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты буйынса беҙҙә "Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт продукцияһын экспортлау" төбәк проект ғәмәлгә ашырыла.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.