Уҙған тәүлектә 19 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 14-е - шәхси торлаҡ секторында, 15 кеше ҡотҡарылған.
Башҡортостан Республикаһында 2023 йылдың 6 февраленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 580 янғын теркәлгән, уларҙа 41 кешенең ғүмере ҡыйылған.
Кешеләрҙең үлеме менән бәйле янғындар йышыраҡ төндә һәм иртәнге ваҡытта була. Кешеләр янғын ваҡытында йоҡонан уянып китһә лә, төтөнгә ағыуланып, ҡотолоп өлгөрмәйҙәр.
Кешеләр күпселектә шәмбе көнө, алкоголь ҡулланғандан һуң һәләк була. Статистиканан күренеүенсә, янғында һәләк булғандарҙың 50% иҫерек булған.
Янғын һүндереүселәр килеп, ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләйәсәк, әммә шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: именлегегеҙ - үҙегеҙҙең ҡулда!
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәгеҙ, йоҡлар алдынан биналағы бөтә электр ҡорамалдарын һүндерегеҙ, өйҙә тәмәке тартмағыҙ. Иркен тын алып, имен-аман йәшәгеҙ!
Фото: МЧС РБ.