Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2023, 21:45

Путевка "һатыусылар" һеҙгә әле шылтыратманымы?!

Көтөгөҙ, шылтыратыуҙары бик тә ихтимал. Бына Белореттан 30 йәшлек ҡатынға "туристик турҙар буйынса менеджер" шылтыратып, осһоҙлата путевка һатып алырға тәҡдим иткән. Йәнәһе лә, әле алып ҡалмаһағыҙ, аҙаҡ икеләтә ҡиммәт хаҡҡа алырға тура киләсәк, фәлән-фәсмәтән. Ышандырырлыҡ итеп һөйләгәндер, сөнки ҡатын һис бер һүҙһеҙ уға 120 мең һум аҡсаһын күсергән. Тик шуның менән "белгес"тән елдәр иҫкән. Ә беҙ, бушлай сырҙың ҡайҙа ятҡаны барыбыҙға ла мәғлүм, тип уйлаған булабыҙ...

Путевка "һатыусылар" һеҙгә әле шылтыратманымы?!
Путевка "һатыусылар" һеҙгә әле шылтыратманымы?!

Уҙған тәүлектә муттар 11 кешене төп башына ултыртҡан: шул иҫәптән алты гражданды ялған "банк" һәм "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" алдаған, ике кешене төрлө хеҙмәттәр күрһәткәндә һемәйткәндәр, бер ир "инвестициялау"ҙа аҡсаһынан яҙған һ.б. Улар кеүек булмағыҙ, ят номерҙан шылтыратһалар - трубканы алмағыҙ, төрлө хеҙмәттәргә ҡыҙыҡмағыҙ, шикле һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ, тауар өсөн алдан аҡса күсермәгеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: