-11 °С
Болотло
Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи интернет-порталда баҫылған.
Документта әйтелеүенсә, Ахман ауыл хакимиәте биләмәһендә йәшәүсе Әлфирә Йәнтирәкованың шәхси ярҙамсы хужалығында малдарҙың йоғошло ауырыуҙары барлыҡҡа килгән һәм таралған. Шуға күрә 1 февралдән уның биләмәһендә карантин ғәмәлгә инде. Әле урында ветеринария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре эшләй. Уларға сир йоҡтороу сәбәптәрен асыҡларға, шулай уҡ ауырыу таралыу сығанағын табырға ҡушылған. Әлегә бында йәрминкәләр, күргәҙмәләр ойоштороу тыйыла һәм малдарҙы һатырға ярамай.
Фото: Т. Аманов