Бының өсөн республикала махсус мобиль бригадалар эшләй, тип белдерҙе үҙенең телеграм-каналында БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Дауалаусы табип тәғәйенләүе буйынса 65 йәштән үткән ололарҙы медицина ойошмаһына бушлай алып барыуҙы ойоштороу «Демография» милли проектының «Оло быуын» проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Мобиль бригаданың хеҙмәте менән файҙаланыу өсөн йәшәгән урын буйынса поликлиникаға йәки фельдшер-акушер пунктына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һеҙгә ярҙам итерҙәй социаль һәм медицина учреждениеларының адрестары һәм телефон номерҙары ошонда ➡️ http://rcson.mintrudrb.ru/posts/234138 .
Бынан тыш, 8 (800) 775 00 14 һандары буйынса республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең «ҡыҙыу линия»һына мөрәжәғәт итеп, кәрәкле мәғлүмәт алырға була.