- Беҙ, ауыл активистары Гөлшат Ҡорбанғәлиева, Луиза Хамматова, Рәсүл Хамматов, Фәрит Рәмов һәм мин, башта телевидениела “Сәләм”, “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуҙарында ҡатнаштыҡ һәм бер юлы һеҙгә лә инергә булдыҡ, - ти Илнур Илшат улы. – "Йәшлек" гәзитен бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Уҡыусыларығыҙҙың тоғро, мәҡәләләрегеҙҙең ҡыҙыҡлы булыуын теләйбеҙ!
Әлеге көндә юлдыбайҙар янып-көйөп оло эш башҡара - “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Улар акцияға тәүгә ҡушылған икән, еңеп сыҡһаҡ, бирелгән аҡсаны ауылды төҙөкләндерергә йүнәлтергә уйлайбыҙ, тиҙәр.
Әйтергә кәрәк, Юлдыбайҙа йәмәғәт тормошо гөрләй. Көн дә төрлө кисәләр, осрашыуҙар, байрамдар, акциялар уҙа. Мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, ФОК тик тормай, эсендә ҡайнап эшләйҙәр.
- Ҙур ауылда сараларҙы булдырһаң – була, - ти ауыл хакимиәте башлығы. - Пандемиянан һуң әле кешеләр менән эшләүе ҡыйыныраҡ, йыйып алып булмай. Шулай ҙа бирешмәйбеҙ. Яңынан-яңы кешеләр үҙ таланттарын аса, нимәһе менәндер үҙҙәрен күрһәтә.
Илнур Илшат улының фекерен ҡеүәтләп шуны әйтәбеҙ, Юлдыбайҙа күптән түгел өр-яңы ойошма – ирҙәр ҡоро үҙ эшен башланы. Унда көслө заттар йыйылып, башҡорт халҡының боронғо кәсептәрен тергеҙеп, сыбыртҡы үреү, арҡан ишеү кеүек оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтә. Ойошманы Марат Мәхмүтйән улы Абдуллин етәкләй. Ирҙәр ҡоро үткәргән “Биле ныҡтың – иле ныҡ” тигән сара тураһында һүрәтләмә үткән аҙнала, “Йәшлек”тең 5-се һанында донъя күргән ине.
Бына шулайтып уйламаған кешеләр менән танышып аралашырға тура килде. Эштәре, күстәнәстәре өсөн юлдыбайҙарға рәхмәт! “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яулауығыҙҙы теләйбеҙ! Артабан да дәрт-ҡомарығыҙ ташып торһон, киләсәгегеҙ өмөтлө булһын!