Уны парламенттың Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Хәлил Рәхимов алып барҙы. Ултырышта эш төркөмө ағзалары аҙыҡ-түлек тауарҙары баҙарҙарындағы хаҡтарға мәғлүмәти-аналитик күҙәтеү йомғаҡтарын тикшерҙе, киләсәккә перспективаларҙы анализланы, тип хәбәр итәләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың динамикаһы менән таныштырҙы. Үткән йылда хаҡтарҙың артыуы буйынса лидерҙар иҫәбендә ҡыяр (плюс 28,7 процент), рис (плюс 26,1 процент), һөт (плюс 14,3 процент), һыйыр ите (плюс 22,1 процент) һәм башҡалар.
Шул уҡ ваҡытта аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтар түбәнәйгән. Әйтәйек, кәбеҫтәгә хаҡ ике тапҡырға тиерлек төшкән. Шулай уҡ бәрәңгегә (минус 33,2 процент), сөгөлдөргә (минус 25,5 процент) һәм кишергә (минус 18,8 процент) хаҡтар ярайһы уҡ түбәнәйгән.
– Был тауарҙарға хаҡтарҙың төшөүенә 2022 йылда ҙур уңыш йыйып алыу һәм йыйылған уңышты экспортҡа сығарыуҙың ауырлашыуы килтерҙе, – тип аңлатма бирҙе Гусев.
Алексей Гусев шулай уҡ хаҡтарҙың артыуын тотҡарлау буйынса дәүләт кимәлендә күрелгән саралар, 2023 йылдың 1 ғинуарынан билдәләнгән ярҙамдың яңы төрө – эре мөгөҙлө малдарҙы үрсетеүгә һәм артабан продукция етештереүгә киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн биреләсәк субсидиялар хаҡында ла һөйләп үтте.
Бынан тыш, республика ҡалаларында һәм райондарында йәрминкәләр ойоштороу ҙа хаҡтарҙы тотҡарлауға булышлыҡ итәсәк.
Шулай уҡ ултырышта эшсе төркөм ағзалары “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проектын ғәмәлгә ашырыуҙың айырым аспекттарын тикшерҙе.