Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2023, 15:05

"Аҡсалар ваҡытында түләнһен"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Хөкүмәтенең Республика идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға Башҡортостандан махсус операцияла ҡатнашҡан ирекле батальонда хеҙмәт иткәндәрҙе аҡсалата түләүҙәр менән  тәьмин итеүҙе айырым контролгә алырға ҡушты.  

"Аҡсалар ваҡытында түләнһен"
"Аҡсалар ваҡытында түләнһен"

«Алты ай хеҙмәт иткәндән һуң, ирекле батальондарҙағы хәрбиҙәргә  тағы бер түләү булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Ул 200 мең һум тәшкил итә. Әгәр ваҡыты еткән икән, мәлендә түләүҙе күҙ уңында тотоғоҙ. Егеттәр вәғәҙә ителгән аҡса күсеүе, ғаиләләренең ошо аҡсаға йәшәүе өсөн рәхмәт белдерә. Шуға күрә бында дисциплина мөһим әһәмиәткә эйә», – тине Радий Хәбиров.

   Төбәк етәксеһе  быйыл  23 ғинуарҙа Шайморатов, Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙа хеҙмәт итеүселәргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: