Ҡайһы берәүҙәр уны “яҡшы кәйеф витамины” тип йөрөтә. Тап фолий кислотаһы “бәхет” гормоны бүленеп сығыуға һәм кәйефте күтәреүгә булышлыҡ итә. Был витаминдың файҙаһы тағы ла гемоглобинды синтезлау өсөн углерод менән тәьмин итеүҙә.
Шулай уҡ фолий кислотаһы күҙәнәктәр бүленеүенә, туҡымаларҙың үҫешенә йоғонто яһай, иммун системаһының эшмәкәрлеген көйләй, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ярҙам итә.
В9 витамины кеше организмына аминокислоталарҙы, ферменттарҙы, рибонкулеин һәм дезоксирибонуклеин сылбырҙарын синтезлау өсөн кәрәк. Ҡан әйләнеше системаһы эшмәкәрлегенә, айырыуса лейкоциттарға ыңғай тәьҫир итә. Шулай уҡ бауыр бауыр сәләмәтлегенә һәм аш эшкәртеү системаһына ла ыңғай йоғонтоһо ҙур. Бынан тыш, фолий кислотаһы нервы системаһындағы ҡуҙғыу һәм тотҡарланыу процесын көйләй, стресстарҙың эҙемтәһен бөтөрә.
Организмда фолий кислотаһы етмәүҙең билдәләре: