Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2023, 12:44

Ҡурсаҡ театры янында әкиәт донъяһы буласаҡ

Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына ҡарата Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм уның янындағы майҙан яңыртыласаҡ.

Ҡурсаҡ театры янында әкиәт донъяһы буласаҡ
Ҡурсаҡ театры янында әкиәт донъяһы буласаҡ

Ошо көндәрҙә баш ҡала хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Сергей Кожевников театр эргәһендәге скверҙа күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

«Әкиәт» скверы ХХ быуаттың 70-се йылдарынан алып, күп баланың яратҡан урыны булды. Әле уны үҙгәртеп ҡоралар, һәр кемде тартып торасаҡ матур архитектур һындар менән тултырасаҡтар. Проектты тәүҙә БР Башлығы Радий Хәбировҡа күрһәтеп, раҫлатырға тейештәр.

2024 йылға Ҡурсаҡ театры һәм уның алдындағы майҙан ҡала халҡы, ҡунаҡтар өсөн күркәм урынға әүереләсәк.

Фото: vk.com

Ҡурсаҡ театры янында әкиәт донъяһы буласаҡ
Ҡурсаҡ театры янында әкиәт донъяһы буласаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: