Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль , 21:00

Киләсәкте алдан белеп булмай!

Киләсәкте алдан белеп булмай Яҙмыштарҙың ҡайҙа илткәнен, Тәҡдирҙәргә яҙған яҙмыштарҙың Ҡайһы ярға ташлап киткәнен.   Яҙмыштарҙы алдан белеп булмай Яҙмыш күмһен гөлгә тормошто, Яҙмыш беҙҙе төрлө яҡлап һынай Көндәребеҙ булһын уңышлы.   Белеп булмай яҙмыштарҙың Ҡасан утҡа, ҡасан һыуға һалаһың. Белһәң икән күпме барғаныңды Тарта-тарта тормош арбаһын.   Яҙмыштарҙың күпме икән һынауҙары Яҙмыштарҙа күпме шатлыҡ, ҡайғылары. Рәхмәтлемен, яҙмышҡайым, рәхмәтлемен Сыныҡтырыу өсөн бирҙең һынауҙарҙы.   Рәүилә Мортазина

Киләсәкте алдан белеп булмай!
Киләсәкте алдан белеп булмай!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в