-1 °С
Ҡар
Башҡортостандың ижади төркөмө составында "Ағиҙел" дәүләт учреждениеһы директоры Гүзәл Кәримова, уның урынбаҫары Артем Яратов, күн эштәре буйынса кәсепсе Динар Мәзитов, "Тамыр" телеканалы мөхәррире Ләйсән Мәзитова, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, ҡурайсы Артур Ғайсаров бар.
Беҙҙең делегация Татарстан, Бүрәт республикалары вәкилдәре менән берлектә Рәсәй исеменән сығыш яһай. Сарала төрлө илдән йыйылғандар. Башҡортостан экспозицияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Урындағы халыҡ һоҡлана-һоҡлана беҙҙең сувенирҙарҙы ала, ҡурай моңон тыңлай һәм бал ашай.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.