Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2023, 13:08

Хуш, Ветеран!

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы һирәгәйә бара. Ошо көндәрҙә 102-се йәшендә Өфөлә йәшәүсе Вячеслав Беляев вафат булған.

Хуш, Ветеран!
Хуш, Ветеран!

Вячеслав Иванович Кушнаренко районында тыуған. Ул бәләкәй саҡта ғаилә Благовещен ҡалаһына күсенгән. Беляев 1940 йылда әрмегә алынған һәм унан тура һуғышҡа киткән. Еңеүҙе Японияла ҡаршылаған. Бары 1946 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Яугир тәүҙә Өфөлә милицияның конвой взводы дивизионында, аҙаҡ, пенсияға тиклем, Ленин районында суднолар ремонтлау заводында эшләгән. Ҡатыны менән өс бала үҫтергәндәр.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Баш Юғары командующийҙан Рәхмәт хаты алған, "Батырлыҡ өсөн" миҙалы, Икенсе дәрәжә "Бөйөк Ватан һуғышы" ордены, "Японияны еңгән өсөн", "Жуков" миҙалдарына лайыҡ булған.

Иманың юлдаш булһын, яугир...

Фото: Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: