Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2023, 10:00

Элвин Грей ни өсөн аэропортта ғауға ҡуптарыуын аңлатты

Уның ғаиләһе күңелһеҙ хәлгә тарыған.

Элвин Грей ни өсөн аэропортта ғауға ҡуптарыуын аңлатты
Элвин Грей ни өсөн аэропортта ғауға ҡуптарыуын аңлатты

Элвин Грейҙы (Радик Юлъяҡшин) ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең ришүәт алыу осрағына шаһит булыусы булараҡ Өфөнөң Тәфтиш комитетына саҡырғандар. Элвин һис шикһеҙ Тәфтиш комитетына барасағын белдерҙе.
- Йәмғиәттә резонанс тыуҙырыу өсөн мине юрамал эҙәрлекләйҙәрҙер, тип уйлайым. Телефон аша шылтыратып, әңгәмәгә саҡырыу урынына, хоҡуҡ һаҡлаусылар аэропортта повестканы тапшырыу буйынса шоу ойошторҙо, - тине музыкант. - Повестка тапшырыу өсөн улар минең хәрәкәтте күҙәткән, төндә аэропортҡа оператив төркөмдө ебәргән, мине ҡаршы алған машиналарҙы күҙәткәндәр. Был шоу түгелме ни? Повестка тапшырыу өсөн, битлек һәм автоматтар менән иҙәнгә һалып ҡуйып тапшырырға ҡалды.

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в