Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраля 2023, 07:00

Беҙҙең табиптың хеҙмәте юғары баһаланды

Мәскәүҙә, Дәүләт Кремль һарайында "Будем жить" премияһы лауреаттарын тәбрикләнеләр. Унда Республика клиник онкодиспансер табип-психотерапевты Елена Курбановская "Дарящий знания" номинацияһында лауреат булды. Бының турала Максим Забелин соцселтәрҙә хәбәр итте.

Беҙҙең табиптың хеҙмәте юғары баһаландыБеҙҙең табиптың хеҙмәте юғары баһаланды
Беҙҙең табиптың хеҙмәте юғары баһаланды

Был сара Халыҡ-ара яман шешкә ҡаршы көрәш көнөнә арналған. Премия табиптарға, ирекмәндәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә һәм хәйриә ойошмаларына бирелә.

Елена Михайловна онкодиспансерҙа торакаль хирургия бүлегендә 20 йыл тирәһе терапевт булып эшләгәндән һуң табип-психотерапевт һөнәренә уҡый. Ул эшендә шәхси, төркөм психотерапияһы, палаталарҙа әңгәмә үткәрә, лекциялар уҡый. Табип үҙ-ара ярҙам итеү чаттарында ла кәңәштәрен еткерә. Елена Курбановская Өфө епархияһында ла эшләй.

Уны һөнәрҙәштәре лә юғары баһалай, пациенттарға яҡшы мөғәләмә итә тип әйтә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас