Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2023, 17:41

Ҡар иретеү пункты мартта төҙөлөп бөтәсәк

Өфөлә тиҙҙән ҡарҙы иң заманса технология ярҙамында иретә башлаясаҡтар.

Ҡар иретеү пункты мартта төҙөлөп бөтәсәк
Ҡар иретеү пункты мартта төҙөлөп бөтәсәк

Бөгөн баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев полигон төҙөлөшө урынына барған. Сәғит Агиш урамындағы буласаҡ ҡар иретеү пунктында инженер селтәрҙәрен үҙгәрткәндәр, хәҙер нигеҙҙе бетонлайҙар. Эш графикка ярашлы бара. Объектты март башына файҙаланыуға тапшырасаҡтар.

Ҡар иретеү процесы шулай: ҡарҙы махсус камераларға тултыралар һәм ул 16 – 18 градуслыҡ канализация йылылығы ярҙамында иреп, артабан ҡала канализация коллекторына ағасаҡ. Тәүлегенә 1200 кубометр ҡарҙы иретергә мөмкин буласаҡ.

Өфө урамдарында ҡар етерлек. Әле ҡыш көндәре байтаҡ, мартта ла ҡар-буран була, тимәк, ҡар иретеү пункты ла буш тормаясаҡ.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: