+11 °С
Болотло
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
"Вконтакте"
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2023, 21:20
Яман шештән һаҡланыу өсөн...
Яман шештән һаҡланыу өсөн белгестәр насар ғәҙәттәрҙән арынырға кәңәш итә. Ниндәй ғәҙәттәрҙән — был турала ентекләберәк сайтта уҡығыҙ.
Яман шештән һаҡланыу өсөн...
Үҙеңде ғәйепләүҙән, тәккәберлектән, күрә алмау, үс алырға теләү тойғоларынан ҡотолорға. Сөнки улар кешене “эстән ашай”.
Дөрөҫ туҡланмау ғәҙәтенән арыныу мөһим. Рак күҙәнәктәрен туҡландырыусы аҙыҡтарҙан баш тартырға кәрәк. Ҡағыҙ ҡаптарҙағы һуттарға, газлы һыуҙарға ҡарағанда ябай таҙа һыуға өҫтөнлөк бирергә.
Бактерияларҙы, бәшмәктәрҙе һәм паразиттарҙы үҫтереүҙән һаҡланырға кәрәк. Антибиотиктар һәм гормондар менән һаҡ булырға.
Туғандарығыҙ араһында онкология ауырыуҙары менән сирләүселәр булһа, антиоксиданттарҙы (цинк, селен, А һәм Е витамины) күберәк файҙаланығыҙ.
Берәй ерегеҙҙе ауырттырыуҙан, ҡолауҙан, йәрәхәтләнеүҙән һаҡланығыҙ.
Күберәк йәйәү йөрөргә тырышығыҙ, тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында һыу инегеҙ. Физкультура өсөн көн һайын бер сәғәт ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ.
Тәмәке тартыу, алкоголь, наркотик кеүек алма ғәҙәттәрҙән арынығыҙ.
Кеҫә телефоны, монитор, телевизорҙың электромагнит нурҙарынан һаҡланығыҙ. Йәйгеһен сағыу ҡояш аҫтында ла йөрөргә тырышмағыҙ. Солярийҙан да баш тартырға кәрәк.
Даими рәүештә организмығыҙҙы таҙартып тороғоҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр ашауҙы сикләп ашҡаҙанды ял иттереп алыу яҡшы. Көн һайын эсәктәрҙең бушаныуын күҙәтегеҙ.
Автор:
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: