Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2023, 12:30

Радий Хәбиров Йәрмәкәйҙә СВО-ла һәләк булыусы яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

3 февралдә БР Башлығы Радий Хәбиров Йәрмәкәй районында махсус хәрби операцияла һәләк булыусы Александр Пургин, Иван Кукушкин, Сергея Прокофьевтың туғандары менән күреште.

Радий Хәбиров Йәрмәкәйҙә СВО-ла һәләк булыусы яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров Йәрмәкәйҙә СВО-ла һәләк булыусы яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

Әңгәмә мәлендә төбәк етәксеһе йыйылыусыларҙың ҡайғыһын уртаҡлашты һәм атай-әсәйҙәрҙе ысын илһөйәр һәм Ватанды һаҡлаусы лайыҡлы улдар тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Беҙҙең төп бурыс - улар тураһында иҫләү, ата-әсәләрен, ҡатындарын һәм балаларын хәстәрләү һәм иғтибар бүлеү, – тине Радий Хәбиров.

Артабан республика башлығы йыйылыусыларға яугирҙәр һәләк булғандан һуң наградланған Шайморатов ордендарын биреп үтте. Үҙ сиратында, һалдат ғаиләләре ағзалары төбәк етәкселегенә күрһәткән иғтибары һәм ярҙамына рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров яугирҙәрҙең ата-әсәләренә республика кардиодиспансерында дауа һәм реабилитация курстарын алырға тәҡдим итте. Аҙаҡтан ул Йәрмәкәй районы хакимиәте етәксеһе Илшат Раймановҡа һәләк булған егеттәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштерергә, тыуған ауылдарында хәтер таҡтаташтары ҡуйырға ҡушты.

Башҡортостан Башлығы айырым әйтеп үтеүенсә, һәләк булыусыларҙың ғаиләләре үҙ йомоштары менән урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн төбәктә ярҙам сараларының киң комплексы эшләй.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: