- Был мөһим аҙым - беҙҙең колледждар кәрәккәндән кәрәкле булып бара. Уларҙа иҡтисадтың төрлө өлкәһенә квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә ҙур бурыс тора. Ошоға бәйләп тә беҙҙең егет-ҡыҙҙар яҡшы һәм заманса шарттарҙа йәшәргә һәм белем алырға тейеш.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы Баймаҡ районының төп уҡыу йорттарының береһе булып тора. Уны тамамлаусылар ауыл, торлаҡ-коммуналь хужалығында, сәнәғәттә эшләй, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Колледж биналарын ремонтлауға беҙ 56,5 млн һум аҡса бүлдек. Ингән урын, фойе, ашхана, акт һәм спорт залы яңыртылды, коммуникациялар яңынан һалынды. Хәҙер студенттарҙан уҡыуҙа уңыштар, таланттарының асылыуын көтәбеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - беҙ 2022 йылды Һөнәри белем биреүҙе яңыртыу, яҡшы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан иткәйнек. Был ваҡыт арауығында Башҡортостан бюджетында беҙҙәге 11 колледжды капиталь ремонтлауға 463,1 млн һум аҡса бүленде. Февраль айында Асҡын ауылындағы Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжында, Мишкә агросәнәғәт колледжында, баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы корпусында ремонт тамамланасаҡ.
Был юҫыҡтағы эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Ремонтлау һәм материаль-техник базаны нығытыу буйынса пландар беҙҙә 2030 йылға тиклем һалынған.